Республикала һайлау буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә 25 мөрәжәғәт килгән

Был турала йәмәғәт матбуғат үҙәгендә белдерелде. Һайлауҙар барышын күҙәтеү штабы вәкиле Святослав Попов әйтеүенсә, ялыуҙар булмаған. Башлыса өйҙә, башҡа ҡалала тауыш биреү шарттары буйынса һорауҙар алынған. Колл-үҙәк номеры -8-347-218-16-84. Киске 8-гә тиклем шылтыратырға  мөмкин.