Республика Башлығы өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарға махсус беләҙектәр һәм QR-билеты таратыла. 8 тамғанан торған үҙенсәлекле кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк. Ойоштороусылар белдереүенсә, акцияһы барышында бөгөн кис 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла. 13 сентябрҙә БСТ телеканалында тура эфирҙа “Ҙур рәхмәт” тигән тапшырыу үтә. Уның барышында фатирҙар, автомобиль, Сочиға һәм Башҡортостан шифаханаларына юллама оторға була.