Радий Хәбиров баш ҡаланың 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе

Бөгөн өс көнлөк һайлау компанияһының һуңғы көнө. Республика башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбиров бөгөн Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Радий Фәрит улы гражданлыҡ бурысын үтәргә тормош иптәше Каринэ Хәбирова менән килде. Улар участкала һайлау барышы менән ҡыҙыҡһынды, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһы Өфөнөң иң ҙур һәм матур тауыш биреү урындарының береһе. Һәр һайлау бында байрамса шарттарҙа, сәхнә оҫталарының сығыштары, оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе менән үтә. Был үҙ сиратында халыҡтың кәйефенә лә ыңғай йоғонто яһай.

Радий Хәбиров тормош иптәше Каринэ Владимировна менән бергә тауыш бирҙе. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтә, Башҡортостанда һайлау мәҙәниәте юғары.

109-сы һайлау участкаһында 3 меңдән ашыу тауыш биреүсе теркәлгән, 18 йәше тулған 9 һайлаусы тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәгән. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған, шулай уҡ килеүселәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт беләҙектәре һәм куаркодлы билеттар бирелә.

Һайлау участкаһы ағзаларының да, ойоштороусыларҙың да кәйефе күтәренке. Халыҡ актив тауыш бирә, зал байрамса биҙәлгән, йыр-моң яңғырап тора.

Ошонда уҡ оҫталар йәрминкәһе эшләй. Бында ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр ҙә, көнкүреш әйберҙәре лә алырға мөмкин. Рәзиф Вәлиев умартасы, һайлау участкаһына үҙ продукцияһын ҡуйған. Әммә маҡсатым - аҡса эшләү түгел, балдың шифаһы тураһында һөйләү, аңлатыу эштәре алып барыу, ти Рәзиф Ғафуан улы.

Һайлау участкаһы ағзалары әйтеүенсә, халыҡ сәйәси кампанияны байрам һымаҡ ҡабул итә. Хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән 13 кеше генә өйҙә тауыш биргән, башҡалар гражданлыҡ бурысын килеп үтәү яҡлы. Тәүге көндә хатта сират йыйылып киткән. 103 йәшлек ветеран да һайлау участкаһына үҙе килеп тауыш биргән

Рәмзиә Кәримова