«Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - Хәҡиҡәт өсөн» партияһы вәкиле Владимир Нагорный теркәү урыны буйынса - Өфө районының 8 март ҡасабаһында урынлашҡан участкаға килде. Тауыш биргәндән һуң ул комиссия ағзаларынан һайлау процессы нисек ойошторолоуы, халыҡтың әүҙемлеге тураһында ҡыҙыҡһынды. Владимир Александрович сәйәси кампанияларҙа һәр ваҡыт ҡатнашыуын билдәләп үтте.
Тағы ла бер кандидат - Артур Шәйнуров Өфөнөң 39-cы гимназияһында ойошторолған һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Сәйәси кампанияла ул ғаиләһе менән бергә ҡатнашты. Коммунистар партияһы вәкиле билдәләүенсә, әле сәйәси кампанияның иң яуаплы көндәре бара.
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат Илшат Тимерйәнов та һайлау участкаһына килеп, сәйәси кампания барышы менән танышты. Ошонда уҡ ул «Яңы кешеләр» партияһынан күҙәтеүселәр менән аралашты. Һайлауҙың тыныс шарттарҙа, ойошҡан үтеүе билдәләнде.