Аделина Заһиҙуллина төбәк башлығын һайлауҙа ҡатнашты

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова төбәк башлығын һайлағанда башҡорт телендәге бюллетенде алды. Өфөнөң 39-сы гимназияһында ойошторолған һайлау участкаһы бюллетендәрҙе эшкәртеү буйынса комплекс менән тәьмин ителгән. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы тауыш биргәндән һуң комиссия ағзалары һәм һайлаусыларға ғаилә ҡороу һәм бала үҫтереү мөһимлеге тураһында ҡыҫҡа лекция ла үткәрҙе. Гүзәл заттарҙы берләштергән йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе билдәләүенсә, йәш сағынан алып ул сәйәси кампанияны байрам кеүек ҡабул итә.

Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина ла һайлауҙа яҡшы кәйеф менән ҡатнашыуын билдәләне. Үҫмер сағынан сәйәси кампанияла ҡатнашыу теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, уға Халыҡ-ара йыйындарға бәйле мөһим сараны йыш ҡына ҡалдырырға тура килгән. Шуға ла спортсы мөмкинлек булғанда һайлауҙа ҡатнашырға тырыша. Ул республика киләсәген билдәләгәндә һәр кемдең тауышы мөһим тигән ҡарашта.

Теләгем ни тиклем көслө булһа ла, һайлауға тәүге ике көндә килә алманым. Владивостокта иҡтисади форумда ҡатнашҡайным ҡайтҡан саҡта төрлө мажаралы хәлдәргә осраным - рейс тотҡарланып ул күсерелде, кисә төнгә ҡарай ғына ҡайтып индем . Һәм бына бөгөн иртүк һайлау участкаһына килдем.

Аделина Заһиҙуллина Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Олимпия чемпионы