Бөгөн бындай мөмкинлек менән 30-ҙан ашыу хәрби файҙаланған. Юғары технологиялы мобиль протездар Өфөлә етештерелә. Фондтың эксперттар советы протездарҙың 10 төрөн раҫлаған. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтГөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, протез юллау өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны ғариза менән шәхсән мөрәжәғәт итергә тейеш.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
Республикала хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ҡул менән идара итеүгә ҡулайлаштырылған авомобилдәр бирелә башлай. Әле 20 кеше ошондай ярҙам сараһына дәғүә итә. Мөржәғәттәр “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк филиалында ҡабул ителә. Ул Өфөлә Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Шулай уҡ район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар эшләй.