Һәр кемдең тауышы мөһим. Беҙҙең ижади төркөм республиканың иң ҙур муниципалитеты - Белорет районында сәйәси кампания барышын күҙәтте. Урындағы һайлау комиссиялары урман-тауҙар араһындағы төпкөл ауылдарға ла барып етеп, һайлаусылар менән осрашты. 92 йәшлек Кинйәғол Ғимран улы Белорет районының Урман Рәүәте ауылында яңғыҙ йәшәй. Бөгөн уға ҡунаҡҡа һайлау комиссияһы килеп төштө. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Тауыш биреүсе Кинйәғол Сәлимгәрәевҡа тик Уаз машинаһында ғына барып етергә була. Уҫманғәле ауылындағы участка һайлау комиссияһы вәкилдәре кәрәкле документтарҙы, күсмә урнаны алып, урман араһында бер үҙе йәшәүсе һайлаусыға юлланды.
Инйәрҙән Урман Рәүәтенә тиклем 30 саҡрым, башлыса, урман юлы. Урыны менән тәрән күләүектәр, шишмә-йылғалар, юлға арҡыры ауған ағас ботаҡтары хәлде ҡатмарлаштыра. Тиҙлек сәғәтенә 20 саҡрымдан ашмай. Ике сәғәттән һуң, ниһайәт, тәғәйен урынға барып еттек.
Тауыш биреүгә участка һайлау комиссияһы ғына түгел, Кинйәғол Ғимран улы ла етди ҡарай. Билдә ҡуйып ҡына ҡалманы. Күҙлеген лупа менән алмаштырып бюллетенде ентекләп уҡып сыҡты, кандидаттар исемлеге менән танышты.
1329-сы участка һайлау комиссияһына төпкөл ауылдарға ла барып етеп, һәр кемдең тауыш биреү хоҡуғын тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелгән. Был йәһәттән, һайлауҙың өс көн уҙғарылыуы - уңайлы, ти улар.
Матур тәбиғәт ҡосагында йәшәүсе Кинйәғол Ғимран улы был юлы ла гражданлыҡ бурысын үтәне. Көндәлек мәшәҡәттәрен, хәлен һөйләп комиссия ағзаларын киләһе һайлауға тиклем көтөп оҙатып ҡалды.
Әлфинә Килдейәрова