Яуаплы көндә медицина учреждениелары пациенттарының, дежурҙа булған табиптарҙың да һайлау хоҡуғы үтәлә. Граждандар алдан яҙылған ғариза нигеҙендә тауыш бирә. Өфөнөң 21-cе ҡала клиник дауаханаһында ла ваҡытлыса һайлау участкаһы ойошторолған. Сәйәси кампанияла ҡатнашырға теләге булғандар паспорты менән килеп, бюллетень ала. Яңы ғына операция үткәргән, аҙ мобиллле граждандарҙың палаталары буйынса комиссия ағзалары үҙҙәре йөрөй. Был осраҡта күсмә урна файҙаланыла. Әнүзә Хафизова ла теркәү урынынан ситтә тауыш бирҙе.