Башҡортостанда һайлау эшлекле шарттаҙа үтә

Башҡортостан бөгөн киләсәкте һайлай. 3302 һайлау участкаһы ағзалары, тәртип һаҡсылары, күҙәтеүселәр һәм ирекмәндәр өсөнсө көн тауыш биреүҙә халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙыра, хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Иглин һәм Шаран райондарындағы сәйәси кампания хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Башҡортостанда һайлау эшлекле, тыныс шарттаҙа үтә. Сәйәси акция барышында 3 миллиондан ашыу һайлаусы үҙ кандидатын һайлау хоҡуғына эйә. Иглин районында һайлауҙың өсөнсө көнөнә халыҡтың 60 прценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Районда барлығы 43 һайлау участкаһы эшләй.

Гражданлыҡ ҡарашын белдереп, һайлауға килеүселәргә «Беҙ бергә-көс» тип аталған мәҙәни программа ла тәҡдим ителде. Ҙур концерт программаһы үҙәк майҙанда ойоштролдо. Һайлаусылар өсөн ауыл хужалығы йәрмикәһе, мобиль медицина пункты эшләне. Унда ҡан баҫымын үлсәргә, электрокардиограмма эшләтергә, флюорография үтергә юллама алырға мөмкин ине.

Шаран районында 42 һайлау участкаһы эшләне, исемлектә 15774 һайлаусы теркәлгән, уларҙың 127-һе тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнаша.

Һарыһаҙ ауылында фольклор ансамбле һайлау кампанияһында ҡатнашыусыларға патриотик йырҙар башҡарып дәртләндергән, үҙҙәре лә һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡан. Улаҡйылғалар тауыш биргәндән һуң саф һауала сәй эсеп, йәмәғәт эшмәкәрлеген йомғаҡлаған. Дүртөйлө ауылында иһә балалар ҡатнашлығында тантаналы рәүештә уйын комплексын асылған.

Һайлау участкалары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәрҙе һайлау ваҡыты тамамланғансы көтөп ҡала.

Гүзәл Борханова