«Рәхмәт» -2024 акцияһының сираттағы еңеүселәре бүләктәрен алып ҡыуанды

Бөгөн «Рәхмәт» -2024 акцияһының сираттағы еңеүселәре бүләктәрен алып ҡыуанды. Робот- саңһурғыс, смартфон, аҡыллы колонкалар һәм башҡа приздар үҙ эйәләрен тапты. Еңеүселәрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Саҡмағош районында йәшәүсе Низаевтар һайлауҙың тәүге көнөндә үк гражданлыҡ бурысын үтәп куар- билеттарын сайтта теркәгән. Ғаилә «Лукошка» магазинына 4 мең һумлыҡ сертификат отто.

Бүздәктә йәшәүсе Ләйсән Гәрәева аҡыллы колонкаға эйә булды. Заманса ҡоролма отоуын белгәс тә ул Өфөгә юлланған.

Стәрлетамаҡтан Таһировтарға смартфон, Архангелдән Панфиловтарға робот- саңһурғыс һәм башҡа еңеүселәргә төрлө бүләктәр тапшырылды. Бүләк отоусылар бөтәһе лә Рәхмәт-2024 акцияһы буйынса сайтта билеттарының номерҙарын теркәгән. Ә еңеүҙәре тураһында акцияны ойоштороусылар шылтыратҡас ҡына белгән.

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһында сираттағы еңеүселәр ҙә асыҡланды. Ул эксперттар ҡатнашлығында үтте. Еңеүсе автоматик рәүештә рандомайзер ярҙамында билдәләнә. Республика төбәктәрендә йәшәүсе иллегә яҡын кеше велосипед, телевизор, термопот һәм башҡа бүләктәргә эйәһе булды. Уларҙың исемдәре рәхмәт 102. рф сайтында баҫыла.

Бүләктәр оттороу бының менән тамамланмай. Иң ҡыҙыу уйын алда көтөлә.

Рәмилә Исмәғилева