Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә 6 сентябрҙән 8-нә тиклем 3550-се экстерриториаль һайлау участкаһы эшләй. Бында Башҡортостанда теркәлеүселәр һәм әлеге ваҡытта баш ҡалала сәфәрҙә булыусылар тауыш бирә ала. Төбәктән ситтә һайлау участкаһы эшмәкәрлеге быйыл тәүгә ойошторолдо. Экстерриториаль комиссия ағзалары ай дауамында Өфөләге коллегалары етәкселегендә махсус курстар үткән.
3550-се участкала һайлаусылар тәүге көндән үк әүҙемлек күрһәтә.. Мәскәүҙә йәшәүселәрҙең күбеһе гражданлыҡ бурысын үтәргә ғаиләләре менән килә. Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарыбыҙ республика киләсәгенә битараф түгел.