Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында Республика башлығын һайлауға йомғаҡ яһалды

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 72,34 проценты гражданлыҡ бурысын участкаларға килеп үтәгән. Өс көн дауам иткән сәйәси кампания һөҙөмтәләренә килгәндә, Радий Хәбиров һайлаусыларҙың 80,21 процент тауышын йыйҙы. Коммунистарҙан Артур Шәйнуров - 6,95 процент менән икенсе, либерал-демократттарҙан Иван Сухарев яҡынса 5 процентҡа эйә булып өсөнсө урынға сыҡты. Ә бына «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - Хәҡиҡәт өсөн» партияһынан Владимир Нагорный - 4,26 процент тауыш туплаған, исемлекте 2,6 процент менән «Яңы кешеләр»ҙән Илшат Тимерйәнов йомғаҡлай. Баҡалы районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Өфөнөң Калинин районында һайлаусыларҙың айырыуса әүҙемлек күрһәтеүе теркәлгән. Күп төбәктәрҙә тауыш биреүселәр һаны уртаса республика күрһәткесенән юғары.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов билдәләүенсә, Һайлау участкаларында сәйәси партиялар һәм кандидаттар, йәмәғәт контроле тарафынан билдәләнгән ун бер меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләне, хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән.

Сәйәси кампания законға ярашлы үтте. Участкаларҙа бюллетендәр иҫәпләнгәндән һуң протоколдар территориаль комиссияларға тапшырылды. Һуңғылары үҙ сиратында һайлау йомғаҡтарын «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерҙе, тап унан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссиялары һөҙөмтәләр буйынса барлыҡ мәғлүмәтте тупланы.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе