Объектив һайлау. Республикала һайлау барышын күҙәтеүсе йәмәғәт штабы эшенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан башлығын һәм урындағы совет депутаттары өсөн тауыш биреү барышында участкаларҙа 13 меңгә яҡын бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе эшләне. Уларҙың күбеһе сәйәси кампаниялар барышын тикшергән тәжрибәле белгестәр: юристар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре. Һайлау участкаларында тауыш биреү процессын күҙәтеп барыусы эксперттар журналистар менән берлектә халыҡҡа дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткерергә булышлыҡ итте.