Ял көндәрендә баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа

Сауҙа майҙандарында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары фермерҙарҙан, шәхси хужалыҡ тотоусыларҙан аҙыҡ-түлекте туранан-тура һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Йәштәр һарайы алдында ойошторолған йәрминкәлә халыҡҡа күпләп Башҡортостанда етештерелгән бал, йәшелсә-емештәр тәҡдим ителде.Ҡала халҡы көҙгө йәрмикәләрҙе көтөп ала.

Спорт һарайы алдында фермерҙар халыҡҡа тауыҡ ите, йомортҡа, емеш- еләктәр, шифалы үләндәр, көнбағыш майы тәҡдим итте. Бында кишер, сөгөлдөрҙөң килограмын 50, һарымһаҡты 150, ә ҡабаҡты 20 һумға һатып алырға мөмкин ине. Көҙгө аҙыҡ-түлек йәрмикәләренән үҙҙәре етештергән тауарҙы һатыусылар ҙа, сифатлы һәм файҙалы аҙыҡ-түлекте һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт.