Радий Хәбиров алдағы биш йыллыҡта халыҡ менән тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләү маҡсатын ҡуя

Был турала ул үҙенең йәмәғәт ярҙамы штабы ағзалары менән осрашыу барышында әйтте. Күренекле йәмәғәтселәр, эксперттар, төрлө һөнәр һәм эшмәкәрлек өлкәләре вәкилдәрен берләштергән үҙәк төнгө сәғәттәргә тиклем эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөләге йәмәғәт ярҙамы штабы көн дауамынан төнгө сәғәттәргә тиклем эшләне. Үҙәктә төрлө тармаҡ вәкилдәре һуңғы биш йыллыҡҡа йомғаҡ яһап, киләһе йылдарҙа тормошҡа ашырыр социаль мәсьәләләрҙе билдәләне. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен әйтәйек, быйыл республикала129 медицина хеҙмәткәре 145 миллион һум күләмендә ярҙам аласаҡ. «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 33 табипҡа һәм 46 фельдшерға аҡса түләнә. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу сиктәрендә Өфөнөң генә 118 поликлиникаһы ремонтланыр тип көтөлә.

Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының мәнфәғәтендә, яугирҙарҙың тыуған ауылдарында ла бик күп эштәр башҡарыласағына өмөт уята.

Ошо һәм башҡа һорауҙар, киләһе биш йыллыҡ пландары менән Радий Хәбиров үҙе лә бүлеште. Республиканың Аныҡ эштәрҙе тағы ла һөҙөмтәлерәк башҡарыу бурысын ҡуя.

Таң атыуға килгән ҡунаҡтар 330 килограммдан ашыу ауырлыҡтағы торт менән һыйланды. Ул ярҙам штабы ағзалары тырышлығында биҙәлгән. Баллы татлы ризыҡ бай республикабыҙҙы күҙ алдына баҫтырҙы.

Азат Ғәлиуллин