Башҡортостан башлығын һайлауҙа күпселек тауыш менән Радий Хәбиров еңеү яуланы

Был вазифаға төрлө партияларҙан тағы ла дүрт кандидат дәғүә иткәйне. Өс көн дауамында ойошторолған сәйәси кампанияла һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 72,34 проценты гражданлыҡ бурысын участкаларға килеп үтәгән. Башҡа төбәктәрҙә ойошторолған һайлауҙарҙан айырмалы, был юғары күрһәткес. Республиканың киләһе биш йыллыҡҡа төп үҫеш йүнәлештәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра

Берҙәмлектә көс - үҫешкә нигеҙ Радий Хәбиров алдағы биш йыллыҡта халыҡ менән тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләү маҡсатын ҡуя. Был турала ул үҙенең йәмәғәт ярҙамы штабы ағзалары менән осрашыуында әйтте. Һайлаусыларҙың 80 проценттан ашыу тауышын йыйыу - халыҡҡа яҡын булыу, ышаныс күрһәткесе.

Радий Хәбиров киләһе биш йылға Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше стратегик йүнәлештәре тураһында указ әҙерләнеүен дә билдәләне. Юғары билдәһеҙлек һәм санкциялар баҫымы шарттарында иҡтисадты үҫтереү бурысы ҡуйылған, темпттарҙы кәметергә ярамай.

Белгестәр өс көн дауам иткән сәйәси кампанияның юғары кимәлдә үтеүен билдәләй. Башҡортостан башлығы вазифаһына биш кандидат дәғүә иткәйне. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса Радий Хәбиров еңеү яулаһа, коммунистарҙан Артур Шәйнуров - 6,95 процент менән икенсе, либерал-демократттарҙан Иван Сухарев яҡынса 5 процентҡа эйә булып өсөнсө урынға сыҡты. Ә бына «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - Хәҡиҡәт өсөн» партияһынан Владимир Нагорный - 4,26 процент тауыш туплаған, исемлекте 2,6 процент менән «Яңы кешеләр»ҙән Илшат Тимерйәнов йомғаҡланы.

Сәйәси кампания законға ярашлы үтте. Участкаларҙа бюллетендәр иҫәпләнгәндән һуң протоколдар территориаль комиссияларға тапшырылды. Һуңғылары һайлау йомғаҡтарын «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерҙе, тап унан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссиялары һөҙөмтәләр буйынса барлыҡ мәғлүмәтте тупланы.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 72,34 проценты гражданлыҡ бурысын участкаларға килеп үтәгән. Атап әйткәндә, Баҡалы районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Өфөнөң Калинин районында һайлаусыларҙың айырыуса әүҙемлек күрһәтеүе күҙәтелгән. Күп төбәктәрҙә тауыш биреүселәр иҫәбе уртаса республика күрһәткесенән юғары.

Башҡа төбәктәрҙә барған һайлауҙарҙан айырмалы, республикала халыҡтың әүҙемлеген белгестәр ғәҙәти күренеш тип билдәләй. Сәйәси кампания асыҡ ойошторола, йәмғиәт тә гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү яҡлы. Һайлауҙың өс көн дауам итеүе лә тауыш биреү мөмкинлектәрен арттыра. Дауахана, тимер юл вокзалдарында ваҡытлыса участкалар ойошторолдо, мохтаждарға өй шарттарында ла һайлау хоҡуғы бирелде. Белгестәр фекеренсә, күпселек тауыш менән республика үҫешенә бирелгән йүнәлештең хупланды

Әлеге республика башлығының һайлауҙа еңеүе - көтөлгән ваҡиға ине. Сәйәси кампания алдынан да бит рейтингы юғары булды. Бер кемгә лә сер түгел, Рәсәй президенты Владимир Путин да Радий Хәбировтың икенсе мөҙҙәткә һайланыу ниәтен хуплағайны. Дәүләт етәксеһенең теге йәки был кандидатҡа күрһәткән ышанысы - халыҡҡа ла тәьҫир итә. Шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам сараларының күп булыуын да билдәләп үтер инем. Был да үҙенә күрә оло әһәмиәткә эйә, кандидатҡа ҡарата ышанысты арттыра.

Илья Руденко, Рәсәй юристар ассоциацияһының төбәк үҫеше идаралығы етәксеһе, йәштәр хәрәкәте рәйесе

Уҙған сәйәси кампанияның тыныс шарттарҙа үтеүе билдәләнде, хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән. Был үҙ сиратында һайлау мәҙәниәтенең юғары булыуын дәлилләй. Башҡортостандың әлеге етәксеһе Радий Хәбиров иһә халыҡҡа хеҙмәт итеүен дауам итәсәк. Халыҡтың социаль именлеген тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар буласаҡ тине ул журналистар менән аралашҡанда.

Гөлназ Хәйбуллина