Бүләк үҙ геройын тапты. Владимир Путин указы менән Башҡортостандан мобилизацияланыусыға дәүләт наградаһы тапшырылды. Алғы һыҙыҡтан сыҡҡандан һуң «Серый» ҡушаматлы яугирға Георгий Жуков миҙалы тапшырылды. Бындай миҙал менән Ватан һәм Рәсәй дәүләте мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәрҙ бүләкләнә. Ҡаһарман яугир һәм уның хеҙмәттәштәренең фронттағы ториошо хаҡында киләһе яҙмала.
Был разведчик-снайперҙың тәүге хәрби наградаһы түгел. Яугир 2022 йыл аҙағында мобилизацияланған. Үҙенең подразделениеһында иң мәргән уҡсы иҫәпләнә. Хеҙмәт осоронда яуҙаштары араһында абруй ҡаҙана, күп тапҡырҙар яҡташтарын үлемдән ҡотҡара. Хәрби үҙенең эшен сапер эше менән сағыштыра, бер бәләкәй генә хата ла ҡиммәткә төшөүе ихтимал, ти ул.
Водителдәр, балта оҫталары, слесарҙар, уҡытыусылар.Тыуған илде һаҡларға кәрәк булғас, улар һөнәрен хәрби хеҙмәткә алыштырған.Бер кем дә мобилизациянан баш тармаған, күптәр хәрби коимссариатҡа повестка алғансы уҡ килгән.
Мобилизацияланған яугирҙар ғаиләләренән тыш, республика ярҙамын да тоя. Хәрбиҙәр яҡташтарына, ирекмәндәргә аҙыҡ-түлек, төҙөлөш һәм һаҡланыу материалдары менән гуманитар ярҙам ойошторғандары өсөн рәхмәт һуҙҙәрен еткерә.Төбәктә ике ҙур пилотһыҙ аппарат йыйыу производствоһы эшләй башланы. Уларҙың ҙур партияһы махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға тапшырылған. Бындай ҙур ярҙам өсөн яугирҙар Башҡортостан етәкселегенә рәхмәтле.
Ротация мәлендә бер аҙ ял итеп алғандан һуң, яугирҙар йәнә лә алғы һыҙыҡҡа, хәрби бурысын үтәргә юллана. Тыныс тормошта ниндәй һөнәр буйынса эшләүҙәренә ҡарамай, бында уларҙы бер маҡсат - Ватанды һаҡлау берләштерә..
Гүзәл Борханова