«Тыуған илемде яҡлауһыҙ ҡалдырмаясаҡмын». Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко Курск өлкәһендә барған ваҡиғалар менән бәйле махсус хәрби операцияла хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итте.
Парламентарий февралдә Рәсәй Оборона министрлығының ирекле корпусы менән контракт төҙөй. Һәм унда «Пятнашка» интернациональ бригадаһында хәрби артиллерия расчеты командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ул үҙенә «Радий» ҡушаматын ала. Май айында ул Бахмут районында дошман артиллерияһы уты аҫтында ҡалып яралана. Яугир ҙур ҡан юғалтыу менән госпиталгә оҙатыла. Йәйгеһен ул йәнә йәрәхәтләнә. Дауаланғандан һуң, контракт ваҡыты тамамланыуға ҡарамаҫтан, яугир интернациональ бригадаға ҡайта һәм һөжүм отрядына күсә.
Откуска ҡайтҡан яугир менән Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай рәйесе осрашты. Константин Толкачев хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, махсус хәрби операцияға закондар менән ярҙам итеүҙән тыш, парламент артабан да был йүнәлештә ҙур ойоштороу, хәйриә эшен дауам итәсәк, тип ышандырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хеҙмәт үтеүгә контрактҡа 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге граждандар ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә аҡсалата түләү 3 миллион 725 мең һумдан башлана. Июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика халҡына бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 505 меңгә тиклем арттырылды. Бынан тыш, муниципалитеттар ҙа дәртләндереүсе түләүҙәр яһай. Мәҫәлән, Өфөлә сумма 300 мең һум тәшкил итә.