Бер ай эсендә программа сиктәрендә 650-нән ашыу кеше Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләк белдергән. Рекрут нигеҙенә Башҡортостан ДОСААФ бүлеге алып барған агитация эше ята. Ирекмәндәр махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам туплай, бынан тыш, контракт төҙөргә теләүселәр менән аңлатыу эше алып бара. Агитация үткәргән һәм буласаҡ һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә йәлеп иткәндәргә 50 мең һумлыҡ матди ярҙам ҡаралған.
ДОСААФ-та контракт төҙөргә теләүселәр башлыса водитель йүнәлеше буйынса әҙерлек үтә. Башҡортостандағы «Рекрут» проектында икенсе төбәктәрҙә теркәлгән граждандар ҙа ҡатнаша ала. Ҡайҙа теркәлеү мөһим түгел, беҙҙең төп бурыс - илде һаҡлау, тип белдерҙе Игорь Нурмөхәмәтов. Проектҡа бәйле һорауҙар буйынса (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.