Архангел районының бер юлы биш ауыл биләмәһендә алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам күрһәтелә

Яугирҙарға ярҙам. Архангел районының бер юлы биш ауыл биләмәһендә алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам күрһәтелә.

Быға тиклем ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар берләшеп маскировка селтәрҙәре үргән, еләк-емеш, туҡмас һәм башҡа боҙолмай торған аҙыҡ-түлек әҙерләгән. Был юлы йылҡы итенән тушенка ябалар. Тылдағылар алғы һыҙыҡтағы ир-уҙамандар иҫәнлегенә доға ҡылып, изге теләктәрен еткерә һәм уларҙы еңеү менән көтә