Башҡортостанда грипҡа ҡаршы 1 миллион 200 мең доза вакцина бүленде

Башҡортостандың медицина учреждениеларына өлкәндәр һәм балалар өсөн грипҡа ҡаршы 1 миллион 200 мең доза вакцина бүленде. Мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, 60 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмәғәт транспорты һәм ҡошсолоҡ фабрикалары хеҙмәткәрҙәре бушлай вакцинация үтергә тейеш. Халыҡ республика поликлиникаларында һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарында иммунизация үтә ала. Вакциналарҙы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре һынап ҡараған да инде.