Көсөргәнешле уйындың еңеүсеһе буллиттар серияһында ғына асыҡланды. Ҡунаҡтар Максим Шабанов тырышлығы менән етенсе минутта иҫәпте асыуға өлгәште. Күп тә үтмәй Джош Ливо Александр Хмелевскийҙың пасын оҫта файҙаланды.
Артабан командалар төп ваҡытта ла, овертаймда ла уңышҡа өлгәшә алманы. Ә бына буллиттар серияһында еңеү шайбаһын йәнә Джош Ливо индерҙе. Шулай итеп уйын юлаевсылар файҙаһына 2-1 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе матчтты Виктор Козлов командаһы 11 сентябрҙә үткәрә - Өфөгә Екатеринтбургтың «Автомобилист» клубы килә.