Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев, яугир Алексей Локотченко менән осрашты. Ул Өфөгә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Алексей Локотченко парламент депутаты ине, үҙ теләге менән хәрби контракт төҙөнө. - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам - төп бурыстарҙың береһе. Депутаттар хәрбиҙәр менән осрашып тора. 45 миллион һум йыйылды, был эш дауам итә. Һәр бер эш хаҡынан ярҙам бүленә. Депутаттарҙың барыһы ла ҡатнаша, был беҙҙең патриотик бурыс, - тине Константин Толкачев.