Дүртөйлө-Әсет юлында төҙөлөш дауам итә

М-12 федераль трассаһының Башҡортостан аша үткән өлөшө, Дүртөйлө-Әсет юлы иң яҡшы инфраструктура проекты тип танылды. Был турала "Дон" төҙөлөш компанияһынан хәбәр итәләр. Проектҡа ярашлы, заманса, юғары тиҙлекле магистраль булдырыла. Волга буйында транспорт инфраструктураһы яҡшыртыла. Был иһә ил төбәктәре араһында тауар әйләнешен арттырыуға булышлыҡ итергә тейеш.