Халыҡтың 75 проценттан күберәге дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Уның әйтеүенсә, электрон рәүештә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт алыусылар һаны арта бара. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында 10-сы урында тора. Һуңғы 4 йылда Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәрендә  85 социаль хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеге булдырылған.