Билдәле спортсы, парламент депутаты Джефф Монсон октябрҙә никах уҡыта

Ул ислам динен ҡабул итте. "Октябрҙә ислам йолаһы буйынса никахҡа инәбеҙ. Тантана Өфө мәсеттәренең береһендә була. Туй киләһе йылдың яҙында көтөлә", тип белдерҙе ул. Джефф Монсон ҡатнаш алыш төрөндә сығыштары менән билдәле. 2018 йылда Рәсәй паспортын алды. 2023 йылда Америка гражданлығынан баш тартты.