Башҡортостанда сәнғәт өлкәһендә гранттар конкурсы иғлан ителде

5 октябргә тиклем музыкаль һәм театраль ойошмалар, шулай уҡ бойондороҡһоҙ ижади коллективтар дәүләт ярҙамына заявка бирә ала. Еңеүселәр йыл аҙағында асыҡлана һәм субсидия киләһе йылда тапшырыла. Быйыл республиканан 15 музыкаль проект һәм 13 театр тамашаһы федераль грантҡа лайыҡ булды.