Башҡортостанда балалар өсөн яңы реабилитация үҙәге асыла

Ул Өфөнөң “Салют” шифахана-һауыҡтырыу лагеры базаһында төҙөлә. Кескәй пациенттарҙы стационар хеҙмәтләндереү өсөн 80 койка-урын була, ярым стационарҙа көнөнә 250 бала дауаланыу үтә ала. Шулай уҡ үҙәктә башланғыс, урта мәктәп, төп һәм өҫтәмә программалар буйынса белем биреү ойошторола. Медицина учреждениеһын октябрҙә асыу планлаштырыла.