Бөрйән районында яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды

Брәтәк ауылында заманса йыһазландырылған медицина учреждениеһы барлыҡҡа килде. Ул “Сәләмәтлек” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Яңы ФАП 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Республикала йыл аҙағына тиклем 130 фельдшер-акушер пункты, 4 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм 206 берәмек автомобиль һатып алыу көтөлә.