Халыҡҡа - сифатлы медицина ярҙамы. Ишембай районы Үрге Этҡол ауылында яңы модулле табип амбулаторияһы эш башланы. Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында ведомство, район хакимиәте һәм дауахана етәкселеге ҡатнашты. Объект «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы буйынса сафҡа ингән. Төҙөлөш ҡыҫҡа ваҡытта башҡарылған. Тейешле медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған табип амбулаторияһына ихтыяж юғары булған. Әле яңы бинала терапевт, балалар табибы, стоматология, прививка һәм процедура кабинеттары, көндөҙгө стационар палатаһы булдырылған. Пациенттарҙы теркәү урыны, дарыухана пункты, температураһы булған пациенттарҙы айырым ҡабул итеү өсөн айырым бүлмә бүленгән.
Амбулатория табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Медицина-санитар ярҙам эргә-тирәләге 12 ауыл халҡына күрһәтелә. Иҫәптә ике меңдән ашыу кеше, уларҙың 350-һе -балалар.