Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» форумының әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте

«Рәсәй - спорт державаһы» Халыҡ-ара форумы Өфөгә йөҙҙән ашыу сит ил дәүләттәре вәкилдәрен йыя. Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17-19 октябрҙә уҙасаҡ форумдың төбәк ойоштороу комитеты менән әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш уҙғарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төп спорт сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән Башҡортостан ҡабул итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төп саралар баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына сафҡа индерелгән яңы спорт объекты - Көрәш һарайында үтә.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов форум эшенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Әйтәйек, пленар ултырыш Көрәш һарайының универсаль концерт залында үтәсәк, унда мең ярым кеше ҡатнаша. Спорт объектының беренсе ҡатында эшлекле программа саралары өсөн өс аудитория әҙерләнгән. Спорт программаһына ярашлы, «Өфө-арена» комплексында» IBA чемпиондар төнө» сериаһынан бокс буйынса турнир һәм юниорҙар араһында керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Бынан тыш, Рәсәй йыйылма командаһы ҡатнашлығында ишеү слаломы буйынса «Ҡурай төйәге» Халыҡ-ара ярыштары һәм башҡа спорт саралары ойошторола.