Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙа бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, майлы культураларҙы йыйыу менән мәшғүл. Шишмә районы аграрийҙары ла ҡояшлы көндәрҙе һөҙөмтәле файҙаланып ярауай бойҙайҙы урып-һуға, ужым культураларын сәсеүгә әҙерләнә. Ҙур хужалыҡта бойҙай уңышының уртаса гектар ҡеүәте 32 центнерға етә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Аграрийҙар өсөн сентябрҙең ҡояшлы көндәре алтынға тиң. Ямғырлы йәйҙән зыян күргән баҫыуҙарҙа әле ҡыҙыү эш мәле. «Нерал- Шишмә» предприятиеһы эшселәре ҡоро көндәрҙә ярауай культураларҙы урып- йыйырға тырыша. Ҡеүәтле хужалыҡта әле 245 гектар бойҙай йыйып алырға ҡалған.
Бойҙай культуралары менән эш теүәлләнгәс аграрийҙар сөгөлдөр һәм көнбағыш йыйып алырға, 900 гектар майҙанда ужым культураларын сәсеүгә төшөргә ниәтләй. Бынан тыш, киләһе баҫыу миҙгеленә орлоҡтарҙы һәм тупраҡты әҙерләп өлгөрөргә кәрәк. Урып-һуғылған бойҙай предприятие элеваторына һаҡлауға оҙатыла.
Тәү сиратта элеваторға килтерелгән уңыштың сифаты тикшерелә. Меңәрләгән тонна бойҙайҙың уртаса күрһәткестәрен алыу өсөн бер-ике ус сеймал етә. Дымлы уңыштың быйыл байтаҡ өлөшөн таҙартып, киптерергә тура килә. Шулай ҙа аграрийҙар уңыштың уртаса күрһәткестәренә өмөтләнә.
Флорида Ким