Был районда һуңғы йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылған.8-се һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Шихан ауылында ФАП «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса сафҡа инде. Унда 400-гә яҡын кешегә сифатлы медицна ярҙамы күрһәтелер тип күҙаллана. Үрнәк, Карасевка ауылдарынан тыш, яҡын урынлашҡан Ишембай районы ауылдары халҡы ла әлеге фапҡа йөрөйәсәк. Заманса медицина учреждениеһында планлы тикшереүҙәр үткәрергә, анализдар бирергә һәм прививкалар эшләтергә лә мөмкин.
Стәрлетамаҡ районында башҡа социаль обьекттар ҙа күпләп төҙөлә . Покровка ауылындағы яңы һыуүткәргес халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итәсәк. Элек ауылда һыу мәсьәләһе киҫкен торған. Район хакимиәте башлығы Республика менән идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә мәсьәләне күтәреп, һыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителгән.