Өфө тимер юл вокзалы бөгөн Геройҙар поезын ҡабул итә

Проект Рәсәйҙең яңы төбәктәре уҡыусыларын илдең ҡалалары, тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Составта Луганск, Донецк республикаларынан, Херсон, Запорожье өлкәләренән, Себер, Алыҫ көнсығыш федераль округынан уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә алдынғы булған 100-гә яҡын уҡыусы. Улар бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһы менән танышты. Сәфәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Беҙҙең урам геройҙары йәки Геройҙар поезы Бөтә Рәсәй проекты 2023 йылдан тормошҡа ашырыла. Быйыл поездың маршруты 9 ҡала аша үтә, Новосибирскийҙан Дондағы Ростовҡа тиклем, Өфө был графиктағы бишенсе ҡала.

Геройҙар поезы 6 сентябрҙән алып юлда, әммә сәфәр оҙайлы булыуға ҡарамаҫтан балаларҙың кәйефе күтәренке. Өфө тимер юл вокзалына ла улар шаярып-көлөп, йырлап килеп төштө. Ә үҙенең 450 йыллыҡ тарихи юбилейын билдәләгән Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡунаҡтарҙы ҡояшлы, йылы көн һәм сағыу тамаша менән ҡаршы алды.

Өфө балалар филармонияһы тиҫтерҙәре өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа әҙерләгән. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡунаҡтарҙы милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурай менән таныштырып та, концерт программаһы менән сығыш яһап та өлгөрҙө.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы проектта ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләгән. Уҡыусыларҙы Өфө буйлап экскурсия, Шайморатов һәйкәленә сәйәхәт, Альбанов, Шаляпин исемендәге музейҙар менән танышыу, концерт программаһы көтә.

Геройҙар поезында Рәсәйҙең 15 төбәгенән 100-гә яҡын уҡыусы, һәр яҡтан да алдынғы балалар, илебеҙҙең алтын фонды тип әйтер инем. Проектта ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандан да ике уҡыусы бар. Ҡунаҡтарыбыҙ өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнек, уларға оҡшар тип ышанам.

Инесса Косолаповаң, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары

Беҙҙең урам геройҙары, йәғни Геройҙар поезы проекты Рәсәй Президенты ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Ул илебеҙҙең яңы төбәктәре уҡыусыларын бай тарихыбыҙ менән таныштырыу, алдынғы уҡыусыларҙы дәртләндереү йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә. Проект йәш быуын өсөн танышыу, аралашыу сараһы ла булып тора.

Был проектҡа мин уҡыуҙағы уңыштарым һәм Херсон өлкәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн эләктем. Ил буйлап сәйхәт оҡшай, үҙем өсөн күп мәғлүмәттәр алдым, матур урындарҙы күрҙем. Илебеҙ ҙур һәм иҫ киткес матур.)

Олег Маслюк, проектта ҡатнашыусы

Мин бөгөн тыуған Башҡортостаным өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Ошо биш көн эсендә иң шәп программа Өфөлә булды. Ә проектҡа килгәндә, ул бик оҡшаны, илдең алдынғы уҡыусылары менән аралашыу үҫешкә этәргес яһай тип уйлайым.

Самира Хәлилова, проектта ҡатнашыусы

«Геройҙар поезы» проекты буйынса ойошторолған сәфәр оҙайлы, әммә программаһы фәһемле һәм мауыҡтырғыс. Уҡыусылар һәр ҡалала тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙ менән таныша, иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәт итә. Балалар кисә Екатеринбургта булған, бөгөн Өфөлә. Ә иртәгә ҡунаҡтарҙы Һамар ҡалаһы ҡабул итә.

Рәмзиә Кәримова