Башҡортостандан мобилизацияла ҡатнашыусылар Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй

 Контракт буйынса хеҙмәт итергә киткән яугирҙар 3 миллион 725 мең һумлыҡ түләү алыу мөмкинлегенә эйә. Хәҙер бер тапҡыр түләнгән сумма 1 миллион 205 мең һумға етә. Президент Владимир Путин 1 августан алып йыл аҙағына тиклем махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөйәсәк хәрбиҙәргә 400 мең күләмендә федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ә 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме лә арттырылды. Башҡортостанда шулай уҡ «Рекрут» проекты ла һөҙөмтәле эшләй. Контракт хеҙмәтенә ҡул ҡуйыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итеүсе ирекмәндәргә 50 мең һум күләмендә түләү ҡаралған.

Әлеге ваҡытта беҙгә шылтыратыусылар бермә-бер артты. Ир-егеттәр үҙҙәре лә шәхсән беҙгә килә, социаль яҡлауҙар менән ҡыҙыҡһына. Котракт буйынса хеҙмәт итер өсөн республикала урынлашҡан хәрби комиссариатттарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ғариза яҙғандан һуң паспорт, хәрби билет, снилс, инн, банк ревизиттарын күрһәтергә кәрәк.

Фәдис Солтанов, Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының тест үткәреү һәм хәрби-профессиональ ориентация офицеры

Оборона министрлығына хәрби хеҙмәт үтеүгә контрактҡа 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге граждандар ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Һорау менән Ситуация үҙәгенә 122-се телефон һандары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итергә.