Өфөнөң Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында Бөтә Рәсәй Айыҡлыҡ көнөнә арналған профилактик сара үтте. Республика клиник наркология дауаханаһы етәкселеге һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре юғары уҡыу йорттары студенттары алдында сығыш яһап, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса кәңәштәр бирҙе.
Майҙанда йәштәр өсөн мәҙәни, мәғариф-интерактив программа ла әҙерләнгәйне. Унар кешенән торған командалар квест үтеп, спиртлы эсемлектәр эсеү, вейп, тәмәке тартыу эҙемтәләре, уларҙың сәләмәтлеккә зыяны тураһында мәғлүмәт алды, ихтыяр көсөн һынап ҡараны. Шулай уҡ биләмәлә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, скандинав таяғы менән йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, бейеү флешмобы ойошторолдо. Сараны ойоштороусылар йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала күберәк йөрөргә саҡырҙы.