Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡаҙаҡ көрәше буйынса 77 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Замират Кусаева менән 100 килограмм ауырлыҡ категорияһында Виталий Балянов бронза миҙалға лайыҡ булды. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Астанала үтә. Ярыштар 13 сентябргә тиклем бара. Башҡортостандан унда 26 спортсы ҡатнаша.