Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сараны ойоштороу комитеты менән әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырышта белдерҙе. Илдең төп спорт форумын Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән Башҡортостан ҡабул итә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төп саралар баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына сафҡа индерелгән яңы спорт объекты - Көрәш һарайында үтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФорумдың пленар ултырышы Көрәш һарайының концерт залында уҙа, унда мең ярым кеше ҡатнаша. Программаға ярашлы, “Өфө-арена” ла “IBA чемпиондар төнө” сериаһынан бокс буйынса турнир һәм үҫмерҙәр араһында керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтә. Бынан тыш, Рәсәй йыйылма командаһы ҡатнашлығында ишеү слаломы буйынса Халыҡ-ара ярыштар һәм башҡа спорт саралары ойошторола, тине Спорт министры Руслан Хәбибов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумы Өфөлә 17-19 октябрҙә уҙа.