Стәрлетамаҡ районының Шихан ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды

Ул “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Медицина учреждениеһы 400-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. Башҡортостанда йыл аҙағына 107 ФАП, дүрт дөйөм практика табибы офисы, 19 амбулатория һәм бер участка дауаханаһы файҙаланыуға тапшырыла. Киләһе йылға тағы 115 фельдшер-акушер пункты сафҡа инә.