Өфө тимер юл вокзалына “Геройҙар поезы” килде. Проектта илдең төрлө төбәктәренән фәнни конкурс һәм олимпидаларҙа еңеү яулаған талантлы уҡыусылар ҡатнаша. Республика данын Иглин районынан ике уҡыусы яҡлай. Ҡатнашыусылар өсөн Өфө һәм музейҙар буйлап экскурсия ҡаралған.