Радий Хәбиров «Геройҙар дәүере» программаһында ҡатнашыусы Оскар Ситдиҡов менән осрашты

Яҡташыбыҙ ике йылдан ашыу махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәп, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Быйыл июлдән ул «Геройҙар дәүере» президент кадҙар программаһында ҡатнаша. Оскар Ситдиков Башҡортостан башлығы хакимиәтендә Радий Хәбиров остазлығында стажировка үтә. Осрашыуҙа ул төбәк етәксеһенә республикаға идара итеү процестарын эстән күреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостандың идара итеү командаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тағы ла ике кеше - Рәсәй Геройҙары Степан Белов менән Борис Дудко ла стажировка үтә.

Стажировка программаһы буйынса төрлө идаралыҡтар, департаменттарҙа, шулай уҡ Хөкүмәттә һәм муниципалитеттарҙа булдым. Программа бик бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, буш ваҡыт булманы тиерлек. Үҙем өсөн күп белем тупланым. Программала ҡатнашыу миңә дәүләт-гражданлыҡ хеҙмәте системаһы менән яҡындан танышыу һәм хәрби тормоштан ғәҙәти шарттарға күсеү мөмкинлеге бирҙе.

Оскар Ситдиков, «Геройҙар дәүере» программаһында ҡатнашыусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, «Батырлыҡ» һәм Генерал Шайморатов ордендары кавалеры