Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Сараға яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары, ата-әсәләре, дуҫ-иштәре килде. Йола буйынса майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары, патриотик йырҙар яңғыраны. Яугирҙар алдында власть органдары, хәрби комиссариат вәкилдәре сығыш яһаны. Дини конфессия вәкилдәре иһә доға бағышлап изге теләктәрен еткерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тантанала Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Сергей Тулинды тыуған көнө менән ҡотлап, бүләк тапшырҙы.
Яугирҙар ялын ғаиләләре менән уҙғарған, туғандары, яҡындары менән күрешкән, мәктәптәрҙә илһөйәрлек сараларында ҡатнашҡан. Уларҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алып барыу өсөн республиканан автобустар бүленгән. Алда һалдаттарҙы ике көнлөк юл көтә. Колоннаны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары оҙатып бара.