Техник культураларҙан быйыл юғары уңыш көтөлә.Йәрмәкәй районында үткән «Баҫыу көнө»ндә шулай тип билдәләнде. «Спартак-агро» ойошмаһы базаһында уҙған сарала аграрийҙар тәжрибә уртаҡлашты. Һынау баҫыуында яңы төр сорттарҙың уңышын ҡараны. Был турала БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева һөйләй.
Башҡортостан тупрағына ерегеп, ҙур булып үҫкән. Белорусиянан килтерелгән шәкәр сөгөлдөрөнөң «Краса» сорты быйыл һынап ҡарау өсөн үҫтерелгән. Беҙҙең шарттарҙа үҙен яҡшы күрһәткән татлы тамырҙы «Спартак-агро» хужалығы күпләп сәсергә ниәтләй.
Иген уңышы менән маҡтанырлыҡ булмаһа, ямғырлы йәй һуң өлгөрөүсе культураларға килешкән. Шәкәр сөгөлдөрө гектарынан 500 центнер тәшкил итә. Йәрмәкәйҙә татлы тамыр ике мең гектарҙа үҫтерелә, киләсәктә сәсеүлек майҙанын өс меңгә еткереү күҙаллана. Сеймал Раевка шәкәр заводына тапшырыла.
Шул уҡ ваҡытта санкциялар Ватан селекционерҙарына тиҙ арала беҙҙең климатҡа ярашлы сорттар сығарып уны һынап ҡарауға ҙур этәргес булды. Хәҙер Башҡортостан баҫыуҙарына ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгән түгел, Рәсәйҙә үҫтерелгән көнбағыш сәселә.
Гигант көнбағыш йәйге-көҙгө ҡырауҙарға бирешеп бармай. Василий Пустовойт исемендәге фәнни-тикшеренеү институтында сығарылған сорт реестрға 2007 йылда индерелгән.
Баҫыу көнөнә һынау участкаһында бөтәһе 150 сорт һәм гибрид сәселәгән. Улар араһында кукуруздың бер ниәсә төрө бар. Совет заманында күпләп сәселгән кукуруз хәҙер сәсеүлектәрҙең аҙ майҙанын биләһә, Йәрмәкәй районында уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә башлаған.
Һынау участкаһында шулай уҡ етен, рапс һәм башҡа майлы культураларҙың төрҙәре һыналған.
Баҫыу көнө ауыл хужалығы тармағында эшләүселәргә тәжрибә уртаҡлашыу, яңы белем туплау майҙаны. Сөнки һуңғы йылдарҙағы сәйәсәт һәм үҙгәреүсән һауа торошо шарттарында беҙҙең климатта уңыш алыу өсөн бар яҡлап та яраҡлашыу мөһим.
Рәмилә Исмәғилева