Унда 60-тан ашыу кеше сценарист һәм режиссер йүнәлешендә ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн көс һынашты. Һәр бер ҡатнашыусы алдында үҙ проектын әҙерләп, уны баһалау комиссияһы алдында яҡлау бурысы тора ине. Жюри рәйесе - режиссер Булат Йосопов. Азамат Хәйруллин, мәҫәлән, уларға башҡорт халҡы тарихына арналған сценарий тәҡдим итте. Егет киләсәктә фантастика жанрында кино төшөрмәксе.
Йәмғеһе кинокампуста 5 йүнәлеш эшләйәсәк. Унда ҡатнашыусылар билдәле кино белгестәре ярҙамында режиссер, актер, сценарист, продюсер, грим оҫталыҡтарына өйрәнә. Һайлап алыу этабынан һуң, төп белем биреү процесы башлана.