Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы йәмәғәт ярҙамы штабы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән кандидат Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы һайлауында еңеү яуланы. Был штаб ағзаларының һәм партия вәкилдәренең эш һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Шулай уҡ төбәктә урындағы совет депутаттарын һайлау буйынса кампания үтте - бында ла «Берҙәм Рәсәй», мандаттарҙың 77 проценттан ашыуын йыйып, лидерлыҡ позицияһын алды.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы командаһы тағы ла бер тапҡыр үҙенең берҙәм һәм ышаныслы партия икәнен иҫбатланы. Ул халыҡ йәшәйешен иҫәптә тотоп, граждандарҙың мәсьәләһен тиҙ арала ыңғай хәл итергә ынтылыусы көс.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе