Өфөнөң Нагаев ауылындағы 147-се мәктәптә бөгөн заманса балалар технопаркы үҙ ишектәрен асты

Яңы уҡыу йылына Кванториум. Өфөнөң Нагаев ауылындағы 147-се мәктәптә бөгөн заманса балалар технопаркы үҙ ишектәрен асты. Кванториум «Мәғариф» милли проекты буйынса асылған. Яңы, заманса үҙәктең мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.

Яугир, төҙөүсе, эшкәртеүсе, иретеп-йәбештереүсе. Бында роботтарҙың төрлөһө бар. Уларҙы махсус хәрби операция шарттарында ҡулланырға ла, заводта йәки төҙөлөштә файҙаланырға ла мөмкин. Роботтар кванториум уҡыусылары тарафынан йыйылған. Мәктәп кабинеты түгел, торғаны бер асыштар майҙаны.

Ә был инде технопарктың биология кабинеты. Медицина йәки фән юлын һайлаған уҡыусылар өсөн табыш. Лабораторияла төрлө тикшеренеүҙәр үткәрергә, асыштар яһарға мөмкин. Бының өсөн тулы шарттар бар.

Нагаев ауылындағы 147-се мәктәп кванториумы «Мәғариф» милли проекты буйынса асылған. Балалар технопаркы химия, биология, физика һәм техника лабораторияһын үҙ эсенә ала. Бында роботехника, хайтек, 3Д принтер йүнәлештәрен үҙләштереү, пилотһыҙ осоу ҡоролмалары, һанлы идаралы станоктар йыйыу ҡаралған. Уҡытыусылар фекеренсә, замана мәктәбе тап ошолай йыһазландырылырға тейеш.

Кванториумдарҙы - заман талабы тип әйтергә мөмкин. Башҡортостан ошо йүнәлештә әүҙем эш алып бара. Уҡытыусылар мәғарифҡа иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышана.

Рәмзиә Кәримова