Әҫәрҙә «Урал», «Ҡағы ташы» кеүек бер нисә халыҡ көйҙәрен ишетергә мөмкин. 5 минутлыҡ клипта Турахан кәшәнәһе, Торатау шиханы, Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм Башҡортостандың башҡа билдәле тәбиғәт ҡомартҡылары күрһәтелгән. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән ойошторолғайны. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.
Торатау башынан илаһи ҡурай моңо ағыла. Иң бейек шихан түбәһенән сыҡҡан маршты урындағы халыҡ, Башҡортостан ғына түгел, гүйә бөтә донъя ишетә. Зауыҡлы кадрҙарҙы төшөрөр өсөн, ижади төркөмгә 300 метр бейеклеккә менергә тура килә. Хатта ел-дауыл да уларға ҡамасауламай.
Ансамблгә ҡайһы бер көндә ике районды урарға тура килә. Клип сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - 4 көндә төшөрөлә. Съемкалар географияһы ла һоҡландыра: артистар Салауат, Йылайыр, Шишмә, Ишембай, Бөрйән һәм башҡа райондарҙа булып өлгөрә. Солистарҙың ҡайһы бер тәбиғәт һөйкәлдәрен тәүгә күреү ҙә съемкаларҙы үҙенсәлекле итә. Артистарҙы мажаралар ҙа урап үтмәй.
Башҡортостандың хоҙур тәбиғәте квадрокоптер ярҙамында ла төшөрөлә. Был кадрҙар клипҡа айырым зауыҡ өҫтәй, күңелдә рух тыуҙыра. Ниһайәт, клип донъя күрҙе. Ә Ҡурайсылар дәүләт ансамбле бер айҙан буласаҡ шәхси концертҡа әҙерләнә. Әле артистар репертуар өҫтөндә эшләй.
Ҡурайсылар дәүләт ансамбленә сәхнә кейемдәре тегелгән, яңы ҡурайҙар һатып алынған. Тик эшләйһе эш күп әле. Төшөрөлөр клиптар ҙа байтаҡ. Иң мөһиме, ижади төркөм изге бурысын үтәй - милли музыка ҡоралыбыҙ - ҡурайға мәҙхиә уйнай.
Рәзилә Ғилметдинова