Өфөлә «Рәхмәт» акцияһы еңеүселәренә бүләктәр тапшырылды

Бүләктәр хужаларын тапты. Бөгөн Өфөлә һайлау ваҡытында ойошторолған «Рәхмәт» акцияһы еңеүселәренә бүләктәр тапшырылды. Мәғлүм булыуынса, куар кодлы билеттар һайлау участкаһына килгән һәр кешегә, хатта балаларға ла тапшырылды.

Бүләктәрҙе уйнатыу һайлау көндәрендә һәм һуңғы төндә алып барылған. Еңеүселәр осраҡлы һандар генераторы ярҙамында билдәләнгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Рәхмәт» акцияһы буйынса бөтәһе 300-ҙән ашыу приз әҙерләнгән - телевизорҙар, смартфондар, мопедтар һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары. Мәҫәлән, Әбйәлилдән Илсур Мостафин һәм Йылайыр районынан Иҫәнбаевтар телевизор отҡан.

Төп приздар - 3 фатир, «Нива» автомобиле һәм квадроцикл 13 сентябрҙә иртәнге «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа уйнатыла.

Ә әлегә хужалары билдәләнгән башҡа бүләктәр тапшырыла. Бүздәктән Айһылыу Батталова билетты ышанмайынса ғына теркәгән, ҡыҙ мопед отоуына