ДОСААФ идаралығына 700-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың күп өлөшө эшкәртелгән. Түләүҙәр контракт төҙөлгәндән һуң 7 көн эсендә була, - тип хәбәр итәләр ойошманың төбәк бүлексәһенән. "Рекрут" проектына ҡатнашыусыларҙың 50 мең һум алыу мөмкинлеге бар. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә булышлыҡ иткән әүҙем граждандар өсөн шундай ярҙам ҡаралған. Проект октябрь аҙағына тиклем ғәмәлгә ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122, йә 218-19-19 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин.