Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. - 2019-2023 йылдарҙа республикала балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә 31 меңдән ашыу урын булдырылды. Һөнәри белем биреү үҫешенә, студенттарға лайыҡлы шарттары булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ колледждарҙы капиталь ремонтлау буйынса эш башланды, - тине Андрей Назаров.